Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тау башында балҡый бер ҡала...

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы тематик кәңәшмәне "Йәмәғәт киңлектәре сәғәте" форматында үткәрҙе. Унда тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү тураһында һүҙ барҙы. Һөйләшеү барышында был юҫыҡта төрлө тәҡдимдәр яңғыраны, уларҙың барыһын да республика етәксеһе хупланы. – Ошо йүнәлештә Өфөнөң әүҙем рәүештә үҫеүенә һәммәбеҙ ҙә шаһит, – тине Радий Хәбиров. – Баш ҡалабыҙҙы йәшелләндереү буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла, уңғандарға юғары баһа бирергә була. Ысынлап та, һеҙ ҡатмарлы мәсьәләне тормошҡа ашыраһығыҙ, уны артабан да дауам итеү фарыз. Шул уҡ ваҡытта бүтән тораҡ пункттарҙа ла был тәңгәлдә эштәр яҡшы барырға тейеш. Ағас ултыртыу, үҫентеләрҙе артабан ҡарау кәрәк. Ултыртылырға тейешле ағасты һәм ҡыуаҡты дөрөҫ һайлау, ултыртыу технологияһын һаҡлау, һыу һибеүгә лә етди иғтибар бүлеү мөһим. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ағас ултыртыуҙағы уңышлы тәжрибә киң йәйелдерелергә тейеш. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.