Найти в Дзене

Учалы юлында ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн Учалы районындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл транспорт фажиғәһе Учалы – Межозерный автомобиль юлында булған: “ВАЗ-2110” автомобиле ҡаршы килгән “Шакман” йөк автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән, тағы ла дүрт пассажир, шул иҫәптән ике бала дауаханаға оҙатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен, шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге сыҡҡан. Әле унда шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй. Шулай уҡ бөгөн иртән Өфөлә Миловка шоссеһында авария булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, водитель “Форд Фокус” автомашинаһында Дим яғынан Затон йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә ҡаршы килгән “КамАЗ” менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең 27 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат

Бөгөн Учалы районындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Юл транспорт фажиғәһе Учалы – Межозерный автомобиль юлында булған: “ВАЗ-2110” автомобиле ҡаршы килгән “Шакман” йөк автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән, тағы ла дүрт пассажир, шул иҫәптән ике бала дауаханаға оҙатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен, шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн юл-транспорт ваҡиғаһы урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы етәкселеге сыҡҡан. Әле унда шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләй. Шулай уҡ бөгөн иртән Өфөлә Миловка шоссеһында авария булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, водитель “Форд Фокус” автомашинаһында Дим яғынан Затон йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә ҡаршы килгән “КамАЗ” менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең 27 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Һуңғы ваҡытта республика юлдарында кеше ғүмерҙәрен өҙгән аварияларҙа йышайҙы. Һаҡ булырға саҡырабыҙ - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ! Фото: @bash_gibdd