2025 йылда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға 4,98 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 3,5 миллиард һум ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. – Быйыл Благовещенда, Учалыла һәм Яңауылда, шулай уҡ Асҡын, Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырабыҙ. Бөтә объекттар буйынса эштәр йылдам бара, – тип хәбәр итте Айрат Рәхмәтуллин. – Бынан тыш, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектын ремонтларға һәм 134 модулле конструкция ҡуйырға планлаштырабыҙ. Министр, Башҡортостанда тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыу дауам итә, тине. Республиканың медицина ойошмалары 3 838 берәмек ҡорамал алған да инде. 2025 йылда бөтәһе биш мең берәмек медицина техникаһы һатып алыу планлаштырыла. Бынан тыш, ашығыс медицина ярҙамы автопаркын яңыртыу дауам итә. Төб