Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Предприятие уңышлы үҫешә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәтен үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. Предприятиеның генераль директоры Роман Дьяк хәбәр итеүенсә, завод Рәсәйҙең химия тармағы лидерҙарының береһе булған “Азот” компаниялар төркөмө составына инә һәм төрлө тәғәйенләнештәге аммиак селитраһының өс төрөн сығара. Продукцияһын Рәсәй төбәктәренә һәм яҡын сит илдәргә оҙаталар. Предприятиела 700 кеше эшләй. 2024 йылда сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында ҡулланылған 325 мең тонна продукция һатылған. Килем күләме 6,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Компания инвестиция эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүлә. 2024 йылда инвестициялар 800 миллион һум самаһы тәшкил итә. 2025 йылда күрһәткесте бер миллиард һумға еткереү күҙаллана. – Ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу бара – концентрацияланмаған азот кислотаһы агрегатын тергеҙеү, ул беҙгә етештереү ҡеүәтен 50 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Комплексты 2026 йылдың аҙағына

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәтен үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. Предприятиеның генераль директоры Роман Дьяк хәбәр итеүенсә, завод Рәсәйҙең химия тармағы лидерҙарының береһе булған “Азот” компаниялар төркөмө составына инә һәм төрлө тәғәйенләнештәге аммиак селитраһының өс төрөн сығара. Продукцияһын Рәсәй төбәктәренә һәм яҡын сит илдәргә оҙаталар. Предприятиела 700 кеше эшләй. 2024 йылда сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында ҡулланылған 325 мең тонна продукция һатылған. Килем күләме 6,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Компания инвестиция эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүлә. 2024 йылда инвестициялар 800 миллион һум самаһы тәшкил итә. 2025 йылда күрһәткесте бер миллиард һумға еткереү күҙаллана. – Ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу бара – концентрацияланмаған азот кислотаһы агрегатын тергеҙеү, ул беҙгә етештереү ҡеүәтен 50 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Комплексты 2026 йылдың аҙағына тиклем сафҡа индерергә планлаштырабыҙ, – тип хәбәр итте Роман Дьяк. Компания шулай уҡ социаль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Предприятие ярҙамында Мәләүездә мәҙәни башланғыстар тормошҡа ашырылған – бер нисә арт-объект булдырылған, “Сылбырлы реакция” хәйриә йүгереше уҙғарыла, унда төркөмдөң бөтә заводтары ҡатнаша. Быйыл Еңеүҙең 80 йыллығына 80 ағас ултыртылған. Башҡортостан Башлығы компания коллективына производствоны үҫтереү һәм социаль әүҙемлек өсөн рәхмәт белдерҙе. – Предприятие менән һөҙөмтәле идара итеү һәм ҡалаға ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә уңыштар, сәскә атыу һәм үҫеш теләйем, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.