"Башҡортостан" дәүләт концерт залында 17 июндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән "Берҙәмлектә - көс" тип аталған хәйриә концерты була. Сара Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тарафынан "Ватанды һаҡлаусылар" фонды, "Ҡала үҫешенең йәмәғәт фонды" менән берлектә, республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм спонсорҙар ярҙамында ойошторола. Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең, ирекмәндәрҙең ғаиләләре (уларға билеттарҙы депутаттар алған) саҡырылған. Йыйылған барлыҡ аҡса махсус хәрби операциялағыларға ярҙамға йүнәлтеләсәк. Программала Асҡар Абдразаҡов, Нәзифә Ҡадирова, Алена Завьялова, Геннадий Родионов, Әнүәр Нурғәлиев һәм башҡа күп башҡорт эстрада йондоҙҙарының сығышы ҡаралған. (Йәш сикләүе: 12+) Сығанаҡ: "Молодежная газета".