Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөрйәндә иҫерек водитель юлға сығып...

Бөгөн Благовещен районында, Өфө - Яңауыл автомобиль юлының 73-сө километрында, ҡурҡыныс авария булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡаршы килгән "Рено Дастер" һәм "Рено Сандеро" автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Сандеро" ҡаршы килгән "Ивеко " йөк машинаһына һуғылған. Ике машина ла юл ситенә төшөп киткән. Авария һөҙөмтәһендә "Рено Сандеро" водителе һәм уның пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн ваҡиға урынына Дәүләт юл полицияһы идаралығы етәкселеге килгән. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләгән. Шулай уҡ төндә Бөрйән районында иҫерек водитель идара иткән автотобиль йәйәүлене тапатҡан. Йәйәүле һәләк булған. Был осраҡтар автомобилдең хәрәкәт сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы ла икәнлеген күрһәтә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, транспорт саралары менән идара иткәндә уяулыҡ

Бөгөн Благовещен районында, Өфө - Яңауыл автомобиль юлының 73-сө километрында, ҡурҡыныс авария булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡаршы килгән "Рено Дастер" һәм "Рено Сандеро" автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Сандеро" ҡаршы килгән "Ивеко " йөк машинаһына һуғылған. Ике машина ла юл ситенә төшөп киткән. Авария һөҙөмтәһендә "Рено Сандеро" водителе һәм уның пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән. Полиция хеҙмәткәрҙәренең фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса эшен координациялау өсөн ваҡиға урынына Дәүләт юл полицияһы идаралығы етәкселеге килгән. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары эшләгән. Шулай уҡ төндә Бөрйән районында иҫерек водитель идара иткән автотобиль йәйәүлене тапатҡан. Йәйәүле һәләк булған. Был осраҡтар автомобилдең хәрәкәт сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы ла икәнлеген күрһәтә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, транспорт саралары менән идара иткәндә уяулыҡты юғалтмағыҙ. Фото: Башҡортостан дәүләт инспекцияһынан.