Уның ыңғай, кире һәм хатта сәйер эффекттары бар. Ҡәһүә – донъялағы иң билдәле эсемлектәрҙең береһе. Ул илһамланырға һәм иғтибар туплауҙы арттырырға ярҙам итеүе менән билдәле. Ләкин бының менән генә ҡәһүәнең йоғонтоһо сикләнмәй. Бер нисә тикшеренеү кофеның кешенең психикаһына ыңғай, кире һәм сәйер йоғонтоһон күрһәткән. Ыңғай тәьҫире Ҡәһүә кешене дәртлерәк һәм иғтибарлыраҡ итә тиһәң, бер кем дә аптырамаҫ. Быны тикшеренеүҙәр ҙә дәлилләй. Ғалимдар белдереүенсә, кофеин иғтибарҙы арттыра, проблемаларҙы хәл итеү һәләтен бирә. Мәҫәлән, имтихан алдынан кофеинлы эсемлектәр эсеү уны еңелерәк тапшырыу мөмкинлеге бирә, айырыуса иртәнсәк. Гарвард мәктәбе ғалимдары дәлилләүенсә, ҡәһүә мейегә хәрәкәт иткән объекттарҙы тиҙерәк табыу һәм күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Тимәк, иғтибарҙы туплауҙы һәм реакцияны яҡшырта. Кире тәьҫире Әммә ҡәһүәнең етешһеҙлектәре лә бар. Мәҫәлән, әгәр уны кис эсһәң, йоҡлап булмай. Күп итеп эсеп, ҡапыл кәметһәң, баш ауырта башлауы бар. Кофе – стимулятор, тик мейегә бындай ҡаҡшатыуҙа