Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ғаилә зарницаһы"нда ҡатнашырға саҡыралар

Рәсәй төбәктәрендә «Ғаилә зарницаһы»нда ҡатнашыу өсөн һайлап алыу этаптары башланды. Патриотик уйынды "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды, "Беренселәр" хәрәкәте, «Юнармия» һәм «Һуғышсы» үҙәге ойоштора һәм үткәрә. Һәр төбәктән атай-әсәй, шулай уҡ 12-16 йәштәрҙәге балалар ингән бер ғаилә командаһы һайлап алынасаҡ. Июлдә «Ғаилә зарницаһы»ның ситтән тороп ҡатанашыу этабы үтәсәк – ҡатнашыусыларға ижади видеовизиткалар яҙырға, дәүләтселек нигеҙҙәрен һәм Рәсәйҙең хәрби тарихын белеүҙәрен күрһәтергә кәрәк. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы һөҙөмтәләре буйынса финалға төрлө төбәктәрҙән 24 отряд һайлап алынасаҡ. Финал этабы 2025 йылдың сентябрендә үтә. Отрядтарҙы «Һаҡлаусы юлы» ярышы, хәрби-тактик уйын һәм ижади конкурс көтә. Отрядтарҙы әҙерләү менән Махсус хәрби операция ветерандары шөғөлләнәсәк, уларҙы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды һайлап аласаҡ. "Еңеү" Бөтә Рәсәй ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева Ватанды һаҡлаусы йылында

Рәсәй төбәктәрендә «Ғаилә зарницаһы»нда ҡатнашыу өсөн һайлап алыу этаптары башланды. Патриотик уйынды "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды, "Беренселәр" хәрәкәте, «Юнармия» һәм «Һуғышсы» үҙәге ойоштора һәм үткәрә. Һәр төбәктән атай-әсәй, шулай уҡ 12-16 йәштәрҙәге балалар ингән бер ғаилә командаһы һайлап алынасаҡ. Июлдә «Ғаилә зарницаһы»ның ситтән тороп ҡатанашыу этабы үтәсәк – ҡатнашыусыларға ижади видеовизиткалар яҙырға, дәүләтселек нигеҙҙәрен һәм Рәсәйҙең хәрби тарихын белеүҙәрен күрһәтергә кәрәк. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы һөҙөмтәләре буйынса финалға төрлө төбәктәрҙән 24 отряд һайлап алынасаҡ. Финал этабы 2025 йылдың сентябрендә үтә. Отрядтарҙы «Һаҡлаусы юлы» ярышы, хәрби-тактик уйын һәм ижади конкурс көтә. Отрядтарҙы әҙерләү менән Махсус хәрби операция ветерандары шөғөлләнәсәк, уларҙы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды һайлап аласаҡ. "Еңеү" Бөтә Рәсәй ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева Ватанды һаҡлаусы йылында «Ғаилә зарницаһы»н ойошторорға, ә һуңынан сараны йыл һайын үткәрергә тәҡдим иткәйне. Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдимде хупланы. Анна Цивилева һүҙҙәренсә, "Ғаилә зарницаһы" Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән ғаиләләрҙе йәлеп итәсәк. Был уйын патриотик тәрбиәгә, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыуға, өлкән быуындың йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыуына йүнәлтелгән. - Ҡатнашыусыларға физик әҙерлек кенә түгел, аҡыл да, ижади оҫталыҡ та күрһәтергә кәрәк. Командаларҙың остаздары махсус хәрби операция ветерандары була, улар, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, үҙ-ара ярҙам итеү, команда эшенең ҡиммәтен аңлай. Билдәле уйындың бындай форматы бик популяр һәм талап ителгән булыр тип ышанам, – тип аныҡлыҡ индерҙе Анна Цивилева. - "Ғаилә зарницаһы" - ғаиләләр өсөн үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытып һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләп, бергә ваҡыт үткәреү мөмкинлеге. Бынан тыш, был республика халҡының сәләмәт рухын нығытырға ярҙам итәсәк. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының остаз булыуы мөһим. Улар өсөн был - социалләштереүҙең бер өлөшө. Улар үҙҙәренең белемдәре һәм оҫталыҡтары талап ителгәнен тоясаҡ. "Ғаилә зарницаһы" - спорт, дуҫлыҡ һәм патриотизм байрамы, ғаиләләр өсөн үҙҙәрен, үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәтеү һәм Тыуған иле өсөн ғорурлыҡ тойоу мөмкинлеге. Бындай саралар ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға һәм үҫеп килгән быуында әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итә, - тине «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. "Ғаилә зарницаһы"нда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан ғаиләләргә "Ватанды һаҡлаусылар" фондының республика филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107-се йорт. Эш ваҡыты - 09:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе ял көнө. Республика халҡы «Ғаилә зарницаһы»нда ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса районда үҙҙәренең социаль координаторына мөрәжәғәт итә ала: clck.ru/3MoxnC