Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балағыҙ тыйылған матдәләр ҡулланмаймы? Нисек асыҡларға?

Үҫмерҙең тыйылған матдәләр ҡулланғанын нисек тиҙерәк асыҡлаһағыҙ, уның сәләмәтлеген һаҡлауҙа шунса тиҙерәк ярҙам күрһәтә алаһығыҙ, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Наркомания билдәләрен ошо дөйөм билдәләр аша һиҙемләргә була: Бала тәртибендәге һәм ҡиәфәтендәге үҙгәрештәр. Уның ҡиәфәтендәге һәпрәлек, бысраҡлыҡ йәки, киреһенсә, саманан тыш бөхтәлек. Бала кинәт бүлмәһендә үҙ аллы таҙалыҡ тоторға тырыша башлай, үҙе йыйыштыра, ата-әсәһен аяҡ та баҫтырмаҫҡа тырыша. Ят еҫ һиҙелмәһен, таптарҙы күреп ҡалмаһындар өсөн әйберҙәрен үҙе йыуа башлай. ”Наркосубкультура”нан килеп ингән һүҙҙәрҙе ишетеүегеҙ ихтимал. Баланың кинәт ауырлығын юғалтыуы, ябығыуы күҙәтелә. Ялыуҙар арта. Йоҡлай алмай башлай. Төндә йоҡоға китә алмай ыҙаланһа, көндөҙ йоҡо баҫа. Баш ауыртыуға, баш әйләнеүгә, уҡшытыуға зарлана. Йыш иҫнәй. Тымау, сөскөрөү, биҙгәк тотоу күҙәтелә. Эс ауырта. Үҫмерҙең гел генә эскеһе килә, туҡланыу тәртибе боҙола. Берсә аппетиты ныҡ көсәйә, берсә ҡапҡыһы ла килмәй. Йөрәк тибеше көсәйә. Ҡурҡыу

Үҫмерҙең тыйылған матдәләр ҡулланғанын нисек тиҙерәк асыҡлаһағыҙ, уның сәләмәтлеген һаҡлауҙа шунса тиҙерәк ярҙам күрһәтә алаһығыҙ, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Наркомания билдәләрен ошо дөйөм билдәләр аша һиҙемләргә була: Бала тәртибендәге һәм ҡиәфәтендәге үҙгәрештәр. Уның ҡиәфәтендәге һәпрәлек, бысраҡлыҡ йәки, киреһенсә, саманан тыш бөхтәлек. Бала кинәт бүлмәһендә үҙ аллы таҙалыҡ тоторға тырыша башлай, үҙе йыйыштыра, ата-әсәһен аяҡ та баҫтырмаҫҡа тырыша. Ят еҫ һиҙелмәһен, таптарҙы күреп ҡалмаһындар өсөн әйберҙәрен үҙе йыуа башлай. ”Наркосубкультура”нан килеп ингән һүҙҙәрҙе ишетеүегеҙ ихтимал. Баланың кинәт ауырлығын юғалтыуы, ябығыуы күҙәтелә. Ялыуҙар арта. Йоҡлай алмай башлай. Төндә йоҡоға китә алмай ыҙаланһа, көндөҙ йоҡо баҫа. Баш ауыртыуға, баш әйләнеүгә, уҡшытыуға зарлана. Йыш иҫнәй. Тымау, сөскөрөү, биҙгәк тотоу күҙәтелә. Эс ауырта. Үҫмерҙең гел генә эскеһе килә, туҡланыу тәртибе боҙола. Берсә аппетиты ныҡ көсәйә, берсә ҡапҡыһы ла килмәй. Йөрәк тибеше көсәйә. Ҡурҡыу тойғоһо арта, паникалы һөжүм башлана. Өй аптечкаһынан дарыу препараттары юғалыуы, икенсе телефоны барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тырнаҡтары аҫтында бысраҡ, тәнендә йәрәхәттәр күренеүе мөмкин. Баланың дикцияһы насарлана, яңаҡ мускулдары тонусы алмашыныуы менән һүҙҙәрҙе әйтеү ауырлаша. Көтмәгәндә ярһыусанға, илаусанға әйләнеүе аптырашта ҡалдыра. Күҙҙәрендә үҙенсәлекле ялтырауыҡ барлыҡҡа килә. Уҡыуға, һөнәр алыуға ҡыҙыҡһыныуы юғала. Телефондан һөйләшеү менән артыҡ мауыға. Тәнҡитте ҡабул итмәй, эләгешергә генә тора. Әңгәмәләшеү барышында уның тыйылған матдәне “бары бер тапҡыр ғына тәмләп ҡараным” тип әйтеүенә ышанмағыҙ. Бындай хәлдәрҙә баланы кәм тигәндә медицина психологына консультацияға алып барырға кәрәк. Иң яҡшыһы – табип-нарколог менән кәңәшләшеү. Баш ҡалала “Үҫмерҙәр наркология кабинеты” ике адрес буйынса урынлашҡан: Суворов урамы, тел: 79 + 7 (347) 363-29-93; Достоевский урамы, 106, +7 (347) 216-38-59; Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.