2025 йылда элемтә сифаты менән ҡәнәғәтлек кимәле, Башҡортостан эшҡыуарҙары баһаһы буйынса, уҙған йыл менән сағыштырғанда 0,22 балға артҡан һәм биш баллы шкала буйынса 4,82 балға еткән. Ҡулланыусылар телекоммуникация хеҙмәттәре сифатын йыл дауамында теләһә ҡайһы ваҡытта баһалай ала. Төбәктә элемтә селтәрҙәрен үҫтереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында. – Бизнестың күрһәтелгән элемтә хеҙмәттәре һәм төбәктең инфраструктура үҫеше менән ҡәнәғәтлек кимәле күп осраҡта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу сифатына һәм инвесторҙар яғынан төбәктә ҡыҙыҡһыныуға йоғонто яһай. Мәҫәлән, былтыр операторҙар тарафынан 1700-ҙән ашыу база станцияһы ҡуйылған йәки яңыртылған, улар араһында 267 яңы элемтә объекты бар. 2025 йылға 1874 база станцияһын файҙаланып, 80-дән ашыу яңы объект төҙөү планлаштырылған, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш