Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Символ тыуыуы” күргәҙмәһе дауам итә

11 июндә Башҡортостандың Милли музейында республикабыҙҙың төп символдарының береһе - Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылғайны. Әле ул үҙенең эшен дауам итә. Ағиҙел йылғаһы буйындағы һыбайлының һүрәте 1993 йылдың 13 октябрендә раҫланған Башҡортостан дәүләт гербының нигеҙен тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә күргәҙмәне 2838 кеше ҡараған. Килгән халыҡ ошо бөйөк монументты булдырған халыҡ рәссамы һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты скульптор Сосланбек Тавасиевтың ижади эшмәкәрлек этаптары менән таныша ала. Күргәҙмәлә фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре, һәйкәл төшөрөлгән сувенирҙар бар. Үҙенсәлекле экспонаттарҙың береһе – һәйкәл моделенең бронза ҡойолмаһы. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау буйынса эштәр башланды. Реконструкцияны өс этапта башҡарыу ниәтләнә: 1 июндән – 30 сентябргә тиклем - 1-се этап. Килгән ҡунаҡтар өсөн майҙансыҡ ябыла, һәйкәлде һүтеүгә әҙерлек эштәре башлана. 2025 йылдың октябрь айынан 2027 йылдың апреленә тиклем скульптураны һүтеү һәм

11 июндә Башҡортостандың Милли музейында республикабыҙҙың төп символдарының береһе - Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған күргәҙмә асылғайны. Әле ул үҙенең эшен дауам итә. Ағиҙел йылғаһы буйындағы һыбайлының һүрәте 1993 йылдың 13 октябрендә раҫланған Башҡортостан дәүләт гербының нигеҙен тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә күргәҙмәне 2838 кеше ҡараған. Килгән халыҡ ошо бөйөк монументты булдырған халыҡ рәссамы һәм СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты скульптор Сосланбек Тавасиевтың ижади эшмәкәрлек этаптары менән таныша ала. Күргәҙмәлә фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре, һәйкәл төшөрөлгән сувенирҙар бар. Үҙенсәлекле экспонаттарҙың береһе – һәйкәл моделенең бронза ҡойолмаһы. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау буйынса эштәр башланды. Реконструкцияны өс этапта башҡарыу ниәтләнә: 1 июндән – 30 сентябргә тиклем - 1-се этап. Килгән ҡунаҡтар өсөн майҙансыҡ ябыла, һәйкәлде һүтеүгә әҙерлек эштәре башлана. 2025 йылдың октябрь айынан 2027 йылдың апреленә тиклем скульптураны һүтеү һәм күсереү, махсус оҫтаханала комплекслы реставрациялау эштәре билдәләнгән. Өсөнсө этапта, 2027 йылдың апрель-сентябрь айҙарында, реставрацияланған һәйкәл постаментҡа ҡабат ҡуйыла, эргәләге майҙансыҡ төҙөкләндерелә. Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.