26 июндә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы, "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров партияның Генераль советы ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибенә эшмәкәрлектең арауыҡ йомғаҡтары, алдағы осорға пландар, Халыҡ партияһы программаһын тормошҡа ашырыу, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр индерелгән. Генераль совет ултырышын асып, “Берҙәм Рәсәй” рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев партия алдында торған төп бурыстарҙы билдәләне. – Беҙ граждандарҙың үтенестәренә тиҙ арала яуап биреүҙең мөмкинлектәрен киңәйтәбеҙ һәм урындағы кимәлдә партия ойошмалары менән депутат корпусы араһындағы бәйләнеште нығытабыҙ. Һайлаусыларҙан Халыҡ программаһының яңы вариантына индереләсәк тәҡдимдәр йыябыҙ. Иң ҙур иғтибар уға индерелергә тейешле мәсьәләләрҙе үҫтереүгә бирелергә тейеш, – тине Дмитрий Медведев. Партияның Генераль советы секретары Владимир Якушев "Берҙәм Рәсәй"ҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, шул иҫәптән партия проекттарын һәм Халыҡ программаһын
Юғары партия мәктәбенең Башҡортостандағы филиалына - юғары баһа
26 июня 202526 июн 2025
2 мин