Башҡортостандың Әбйәлил районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә “Ҡыҙыл Башҡортостан” совхозының Үҙәк усадьбаһы − Покровка юлын ремонтлай башланылар, тип хәбәр иттеләр төбәктең транспорт министрлығында. Озерное ауылы эргәһендәге 2,8 километр оҙонлоҡтағы участкала юлсылар иҫке асфальт япмаһын ҡырҡып, тигеҙләү ҡатламын эшләй. Бынан һуң подряд ойошмаһы асфальт-бетон япма һалыуға, юл ситтәрен нығытыуға һәм билдәләр ҡуйыуға тотона. - Был юл Башҡортостандың иң тоҙло күленә –Мулдаҡкүлгә алып бара. Был республика халҡының һәм ҡунаҡтарының популяр ял итеү урыны. Бында ял итеү генә түгел, һаулыҡты нығытыу ҙа мөмкин: һыу ятҡылығындағы тоҙло һыу һәм батҡаҡ шифалы тип һанала. Бынан тыш, был юлдан Магнитогорск аэропортына барып етергә мөмкин. Трафик тәүлегенә 2700 автомобилгә етә, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. 2025 йылда был юлдың дөйөм оҙонлоғо 10,6 километр булған тағы ла ике участкаһын ремонтлау планлаштырыла. Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар норматив хәлгә килтереләсәк. Эштәр Өфө — Инйәр — Белорет, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Магнитогорск — Ира, Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе, Белорет — Учалы — Мейәс юлдарында һәм башҡа трассаларҙа алып барыласаҡ. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.