Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөгә Рәсәйҙең алдынғы йәштәре йыйыла

2 – 4 июлдә Өфөлә Йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре Советтарының «Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар үрҙәренә» XIII Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк. Сараның төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте һәм илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеү. Съезд Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын ойошторола һәм Фән һәм технологиялар ун йыллығы саралары иҫәбенә индерелгән (2022 – 2031 йылдар). XIII бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советтары һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре съезының рәсми программаһы эшлекле, күргәҙмә һәм киске программаларҙы үҙ эсенә ала. Уның менән сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин. XIII Съездың эшлекле программаһы 50-нән ашыу саранан тора. Программа сессияларҙың дәүләт органдары вәкилдәре, ғилми ойошмалар етәкселәре, алдынғы ғалимдар менән дискуссия форматтарынан тыш, шулай уҡ киң практик өлөштө үҙ эсенә ала: көн һайын ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм илдең «фәнни сәйәсәте» темалары буйынса проект эше планлаштырылған. Асыу тантанаһында видеомөрәжәғәт менән Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаясаҡ. Съездың төп сараһы – «Традициялар тәрәнлегенән – технологиялар үрҙәренә» пленар ултырышы – 2 июлдә «Торатау» Конгресс – холында үтәсәк. Унда Бшҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, дәүләт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф өлкәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Пленар ултырыштың модераторы - «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең проекттар буйынса директор урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса Советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса Координация советы рәйесе Никита Марченков. Фекер алышыу барышында федераль һәм төбәк кимәлендә фәнде ойоштороу формаларының төрлөлөгө темалары ҡараласаҡ. Рәсәй фәнни-технологик лидерҙарының береһе булараҡ, Башҡортостан Республикаһының тәжрибәһенә иғтибар биреләсәк. Бынан тыш, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр менән шөғөлләнгән технологик компаниялар һәм предприятиелар тәжрибәһе, шулай уҡ ғәмәли һәм фундаменталь тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмаларҙың ғилми коллективтары күҙлегенән сығып, яңы технологиялар булдырыу һәм индереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Дискуссия сиктәрендә юғары уҡыу йортонда йәки ғилми ойошмала, шулай уҡ предприятиела эшләгән йәш ғалимдың ғилми коллективтағы траекторияһына һәм илебеҙҙең технологик лидерлығына өлгәшеүҙәге роленә айырым иғтибар биреләсәк. XIII Съезға теркәлеү кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2000-гә яҡын ғариза бирелгән. Съездың буласаҡ ҡунаҡтары араһында – йәш ғалимдарҙың федераль, төбәк һәм тармаҡ советтары, студенттар ғилми йәмғиәттәре вәкилдәре, йәш ғалимдар өсөн Фән һәм инновациялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы лауреаттары, йәш ғалимдар - дәүләт ярҙамы саралары алыусылар, йәштәр лабораториялары етәкселәре һәм ҡатнашыусылары, фән, технологиялар һәм юғары белем биреү өлкәһендә кадрҙар- идара итеү резервын үҫтереү программаһын тамамлаусылар, шулай уҡ студенттар һәм бөтә илдән (шул иҫәптән яңы ғына Рәсәй составына ингән төбәктәрҙән дә) аспиранттар. Съездың почетлы ҡунаҡтары сифатында Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, РФ Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары вәкилдәре, Рәсәй фәнни фонды етәкселеге, шулай уҡ алдынғы фәнни, технологик һәм белем биреү ойошмалары эксперттары саҡырылған. "Йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү һәм уларға ярҙам итеү — төбәктең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Башҡортостанда эшләгән 4,5 мең ғалимдың яртыһы 39 йәштән кесе. Беҙ уларға ярҙам сараларын киңәйтәбеҙ, фәнни эшмәкәрлек өсөн заманса, уңайлы экосистема булдырабыҙ: IQ-парк һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәге эшләй. Өфөнөң Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар советы съезын үткәреү майҙансығы итеп һайланыуы ҡыуаныслы һәм урынлы. Беҙ Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән илебеҙҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылыш менән тулы йәш һәм талантлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров. Съезд архитектураһы өс төп тематик блокҡа бүленгән. Съезды ойоштороусы булып Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса Советтың Фән һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы тора. Сара Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. Фото: наука.рф