Бөгөн төндә Әбйәлил районында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яңы Балапан - Йәнекәй юлында 17 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән. Республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, 17 йәшлек үҫмер мопеды менән ҡаршы килгән ВАЗ-2114 автомобиленә бәрелә. Ул ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Автомобиль рулендәге 33 йәшлек водителдең спиртлы эсемлек ҡулланғаны асыҡланған. Ваҡиға урында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана. Водителдәргә йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: эскән килеш руль артына ултырмағыҙ. Ә ата-әсәгә балаларығыҙға мопед, питбайк һ.б. һатып алыр алдынан ныҡлап уйларға кәңәш итәбеҙ. Фото: "Башинформ".