Кремлдә ил Президенты Владимир Путиндың “Геройҙар ваҡыты” белем биреү программаһында ҡатнашыусылар менән осрашыуы үтте. Әйтергә кәрәк, был программа Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте дәүләт идаралығының юғары мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла. Владимир Путин осрашыу башында Рәсәйҙең бөгөнгө төп идеяһы – үлемһеҙлеккә туҡталды. Ил башлығы фекеренсә, үлемһеҙлеккә ынтылыу – бөгөнгө көнгә генә түгел, ғөмүмән, Рәсәй тарихына ҡағыла. Дуҫтарының, полкташтарының һәләк булыуын үҙ күҙҙәре менән күргән, бөйөк маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙ ғүмерең бирергә йәлләмәгән яугирҙәр араһында ил етәксенең үлемһеҙлек тураһындағы һүҙҙәре айырыуса тәрән яңғыраны. Владимир Путин фекеренсә, Рәсәйҙең үлемһеҙлеген фронтта яугирҙәр, тылда хеҙмәтсәндәр, лабораторияларҙа ғалимдар булдыра. Миллиондарса Рәсәй кешеһенең дөйөм еңеүе, беҙҙең дәүләтебеҙҙең мәңгелеген тәьмин итә: цивилизациябыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең, телебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың. Ил Президенты Рәсәйҙә "Геройҙар ваҡыты" програм