✨Заманса технологиялар үҫешкән осорҙа милли уйындарыбыҙҙың ҡиммәте бермә-бер артты! ✨Зилә Лира кеүек шәхестәрҙең тырышлығы менән "Ашыҡ" - ата-бабаларҙан беҙгә килеп еткән аҫыл мираҫ! 🌟 Мәктәбебеҙҙең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Асия Рим ҡыҙы Йосопова, Зилә Лира апайҙың мәктәптә уҙғарған оҫталыҡ дәрестәренән һуң, районда тәүгеләрҙән булып, ике йыл эсендә "Ашыҡ" уйынына ҡыҙыҡһыныу уятты. Асия Рим ҡыҙы етәкселегендәге команда II республика кимәлендәге "Биш ашыҡ" чемпионатында ҡатнашып, быйыл да юғары һөҙөмтәләргә иреште. 🥇🏆 Өлкәндәр араһында Асия Йосопова "Ашыҡ атыу" буйынса I урынды яуланы! 🥉🥉 Башланғыс кластар уҡытыусыһы Тәслимә Ғәрифуллина "Ашыҡ атыу"ҙа III урынға лайыҡ булды! 🥉🥉 Сәфәрғол ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлйемеш Янбаева "Ямғыр ашыҡ"та III урынды алды! 🎁 Еңеүселәр аҡсалата бүләк, иҫтәлекле магниттар һәм "Атайсал"ға мәҙәни сәйәхәткә сертификат менән бүләкләнделәр. "Ашыҡ" – уйын ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың бай тарихын, күркәм йолаларын берләштергән
✨Заманса технологиялар үҫешкән осорҙа милли уйындарыбыҙҙың ҡиммәте бермә-бер артты
13 июня 202513 июн 2025
~1 мин