Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре араһында Төркиәнән инвестиция буйынса Башҡортостан ТОП-5 исемлегенә инде. “Рәсәй-Төркиә диалогы" ассоциацияһы президенты, Рәсәйҙең агросәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы ҡарамағындағы Рәсәй –Төркиә эшсе төркөмө рәйесе Арсен Әйүпов “Вести ФМ” дағы “Турецкий хаб” тапшырыуында тапшырыуҙы алып барыусы һәм “Төркиә – ул” тг каналы авторы Иван Стародубцев менән сығышында Башҡортостандың Рәсәйҙә ТОП-төбәктәр рәтендә булыуын белдерҙе. -Беҙ төрөк партнерҙар менән күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был хеҙмәттәшлек юғары баһаға лайыҡ. Беҙҙең төбәктең тышҡы иҡтисади әйләнеш структураһында 2024 йыл буйынса дөйөм тышҡы иҡтисади тауар әйләнешендә 10,7 процент өлөшкә эйә булып, Төркиә икенсе урынды биләй. Әйткәндәй, экспорт 89,4 процент булһа, импорт – 10,6 процентҡа тиң, - тине Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Башҡортостан һәр ваҡыт яңы идеяларға, проекттарға асыҡ. Эшҡыуарҙарға, инвесторҙарға ла ярҙам итергә әҙер. Бының өсөн республикала барлыҡ шарттар тыуҙырылған. “Инвестиция сәғәттәре” үткәрелә, преференциаль зоналар эшләй. Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәренән.