Яңыраҡ Нефтекама ҡалаһында 15 йәшлек Данил Вәлитов тәҙрәнән ҡолаған ике йәшлек баланы тотоп алғайны. Ҙур тиҙлектә төшөп килгән сабый әҙерәк бәрелә, әлбиттә, әммә иҫән ҡала. Егет ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡырғансы, уның ҡыҙы баланың әсәһен уята. Баҡһаң, ул төнгө сменанан эштән ҡайтып, йоҡлап ятҡан була. Аҙаҡтан балаһын кем ҡотҡарғанын белгәс, әсә кеше үҫмергә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. "Күпме генә рәхмәт әйтһәм дә, аҙ буласаҡ", - ти ул.Данилдың ата-әсәһе улдары менән ғорурлана. Ҡала етәкселеге лә был батырлыҡты билдәләмәй ҡалмай: мэр Эльдар Вәлидов егетте бүләкләй. Афарин, Данил! Сығанаҡ/фото: https://vk.com/validov