Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Әнүәр Нурғәлиев оло ҡайғы кисерә

Апрелдә йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең үҙенең бер тамашасыһын ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡанын яҙғайныҡ. Ул әйтеүенсә, Азамат уны иртәнге сәғәт 8-се яртыла шылтыратып уятҡан. "Мине оҙата алаһыңмы?" - тигән ул. Йырсы 10 минуттан кәрәкле ерҙә булған да инде. "Ябай ауыл егете, тоғро тамашасым минең килеүемә бик һөйөндө. Кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй" - тигән ине Әнүәр Нурғәлиев. Әле килеп, йырсы ошо яугирҙең һәләк булғанын белдергән. «Азаматик, туғаным. Ышанып булмай. Ул шул тиклем минең оҙатып ҡалыуымды теләгәйне. Ә мин бит уны ул саҡта белмәй ҙә инем. Һине мәңге хәтеремдә тотасаҡмын», — тип яҙған артист, — «Ул ысын яугир. Был уның һуңғы отпускыһы булған икән. Их, белһәмсе ул саҡта...» Фото: социаль селтәрҙәге видеонан скриншот.