Республикала “Ҡатын-ҡыҙ – бизнеста” бизнес-акселераторының өсөнсө өлөшө 5 июндә тамамланды. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған программала 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. “Сара ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшҡыуарлыҡта юғары мөмкинлектәргә эйәлеген күрһәтте, яңы кәсепкә тотонғандарға дәрт өҫтәне”, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Бизнес-акселератор 4 апрелдә башланып, ике ай дауам итте. Уның барышында 15 тематик вебинар уҙғарылды. Проектта 11 эксперт, дүрт остаз, 20 куратор-коуч ҡатнашты. Уҡыуҙар һөҙөмтәһендә илленән ашыу ҡатнашыусы финалға сығыу өсөн бизнес проекттарын биргән. Эксперттар һәм остаздар алдынғы идеялы ун эште һайлап алып, жюриға, инвесторҙарға, власть органдары вәкилдәренә, программа партнерҙарына тәҡдим иткән. Беренсе урынды Өфөнән “Флорачейн.ру” сәскә магазины ген