Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уңайлы ҡорамал – уңыштың яртыһы

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса универсаль операция өҫтәле алынды. Заманса медицина ҡорамалы – операциялар үткәреү, операция яһағандан һуң тәрбиәләү һәм медицина тикшереүҙәре өсөн бик ҡулайлы. Ул табиптың үҙен ышаныслы тотоуына булыша, пациент өсөн дә уңайлылыҡ тыуҙыра. Ныҡлы нигеҙе һәм тотороҡло колоннаһы табиплыҡ әмәлиәттәре барышында тотороҡлоҡто тәьмин итә. Өҫкө яғы пациент өсөн уңайлы матрас менән ҡапланған. Төрлө ҡоралдарҙы һәм материалдарҙы һалып тороу өсөн тәғәйен урын бар. – Яңы операция өҫтәле медицина ярҙамы сифатын һиҙелерлек яҡшыртасаҡ , шулай уҡ операциялар барышын хәүефһеҙерәк һәм пациенттар өсөн уңайлыраҡ итәсәк. Медицина персоналына ла уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ, – тине дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Ирек Сафин. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫте

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса универсаль операция өҫтәле алынды. Заманса медицина ҡорамалы – операциялар үткәреү, операция яһағандан һуң тәрбиәләү һәм медицина тикшереүҙәре өсөн бик ҡулайлы. Ул табиптың үҙен ышаныслы тотоуына булыша, пациент өсөн дә уңайлылыҡ тыуҙыра. Ныҡлы нигеҙе һәм тотороҡло колоннаһы табиплыҡ әмәлиәттәре барышында тотороҡлоҡто тәьмин итә. Өҫкө яғы пациент өсөн уңайлы матрас менән ҡапланған. Төрлө ҡоралдарҙы һәм материалдарҙы һалып тороу өсөн тәғәйен урын бар. – Яңы операция өҫтәле медицина ярҙамы сифатын һиҙелерлек яҡшыртасаҡ , шулай уҡ операциялар барышын хәүефһеҙерәк һәм пациенттар өсөн уңайлыраҡ итәсәк. Медицина персоналына ла уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ, – тине дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Ирек Сафин. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.