Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә трассаһы участкаһында ремонт эштәрен башланды. Был хаҡта транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Шөңгәккүл ауылы менән Вперед араһындағы 6 километр оҙонлоҡтағы киҫелештә иҫке япманы алып ташлап, тигеҙләү ҡатламын һалалар. Артабан төҙөүселәр асфальт-бетондан яңы ҡатлам эшләйәсәк, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм билдәләр һаласаҡ. – М−5 “Урал” Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә республиканың таяныс юл селтәренә инә. Был юлдан күп кенә ауылдарҙа йәшәүселәр М-5 “Урал” федераль трассаһына барып етә ала. Шулай уҡ юлдың ремонтланған участкаһы янында Шөңгәккүл күле менән дәүләт заказнигы урынлашҡан. Һыу ятҡылығына яҡын биләмәләр гидрологик һәм зоологик комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған, — тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйыл был трассаның дөйөм оҙонлоғо 21 саҡрым тәшкил иткән алты участкаһын норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Эштәр Әлшәй, Дә