Бөгөн, 11 июндә, Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Рәсәй Эске эштәр министрлығы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Федераль ведомство етәксеһе, полиция генералы Владимир Колокольцев шәхси составты Башҡортостан буйынса яңы эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский менән таныштырҙы. Владимир Колокольцев республика ведомствоһының яңы етәксеһе үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәйәсәгенә ышаныс белдерҙе һәм уға яңы вазифала уңыштар теләне. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм яңы төбәк министрына ярҙам белдерҙе. - Тәү сиратта Эске эштәр министрлығының бөтә хеҙмәткәрҙәренә юғары профессионализм һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәм. Берлектәге системалы эш арҡаһында Башҡортостан тормош өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы төбәктәр иҫәбенә инә, - тип билдәләне республика Башлығы. - Башҡортостандың идара итеү командаһы ведомство менән килешеп эшләй. Беҙ эске эштәр органдарына ярҙам күрһәттек, күрһәтәбеҙ һ
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры тәғәйенләнде
11 июня 202511 июн 2025
1 мин