"Улымдың бер ОГЭ-ны бирә алмағаны билдәле булды. Был беҙгә шок, сөнки ул яҡшы уҡыны. Баламдың илағанын күптән күргәнем юҡ ине. Был юлы ныҡ итеп ярһып иланы. Нисек тынысландырырға ла белмәнем. Атаһы Себерҙә. Уға нимә тип әйтербеҙ, тип ҡурҡам. Ирем бик ҡаты балаларға. Ҡулыма бер эш бармай, шул тиклем ҡыйын миңә. Шул тиклем ышанған, ғорурланған балам мине шундай хәлгә ҡалдырыр, тип уйламаным. Хәҙер эшемә барып ишетелһә, унда мине мыҫҡыл итерҙәр инде. Кеше күҙенә нисек ҡарармын да, иремә ни тиермен?" Бына ошондай йөкмәткеле хат баҫылды "Башдонъя" (https://vk.com/bashdonya) төркөмөндә. Был тема бөгөн айырыуса көнүҙәк, сөнки сығарылыш уҡыусылары өсөн ауыр ҙа, яуаплы ла мәл дауам итә. Күптәр имтихандарын тапшырып бөтһә лә, һөҙөмтәләрен көтөп ут йота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо һынауҙар мәлендә төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғәле хәлдәр ҙә булып ҡуя. Ошондай саҡта балаға иң ҙур терәк әсәй менән атай булырға тейеш, әлбиттә. Ә һеҙ "кеше күҙенә нисек ҡарармын, иремә ни тиермен?" тип борсолған ҡатынға нин