“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфрастуктура для жизни”) Мәләүез ҡалаһында Дан Бульвары ремонтлана башлаған. Был турала Мәләүез районы хакимиәте хәбәр итә. Тап ошо объект рейтинг тауыш биреүендә еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Биләмәлә иҫке ҡатлам тулыһынса алынған. Яҡтыртҡыстар хәстәрләнгән. Бөгөн эшселәр плитә һәм бордюр һала, унда 20-ләп кеше хеҙмәт итә. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Торлаҡ һәм юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.