Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 2025 йылдың биш айында 4,7 миллиард һумлыҡ 768 берәмек техника һатып алған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорондағы күләмдән 490 миллион һумға күберәк. Ауыл хужалығын яңы Рәсәй техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») маҡсаты булып тора. - Дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексының техник паркы төрлө класлы 136 трактор, 20 иген һәм алты мал аҙығы йыйыу комбайны, 24 үҙйөрөшлө һиптергес, 200-ҙән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа техника менән тулыланды, – тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Техник модернизацияға әүҙем инвестициялар һалыу арҡаһында аграрийҙар ағымдағы йылдың сәсеү кампанияһын оптималь агротехник сроктарҙа үткәрә алды. Айрат Нурмө