Башҡортостан Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү йылында дүрт геоглиф барлыҡҡа килде. Ағастарҙы “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) ярҙам итеү маҡсатында уҙғарылған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы барышында ултырттылар, тип хәбәр иттеләр Урман хужалығы министрлығынан. Ағымдағы яҙ “Еңеү” һүҙе менән ултыртылған дүрт геоглифтың беренсеһе Туймазы районының Яңы Бишенде ауылы янындағы уба битләүен биҙәне. Урындағы урмансылар ултыртыу өсөн биш-һигеҙ йәшлек ныҡлы ҡарағайҙарҙы һайлаған. Улар был объектты ҡараясаҡ һәм “хәрефтәр” ҙең матур күренешен һаҡлап ҡалыуын күҙәтәсәк. Икенсе геоглиф өсөн Кушнаренко районында участка билдәләнә. Унда дүрт мең ҡарағай үҫентеһен “Еңеү-80” һүҙе рәүешендә ултырталар. Майҙаны буйынса илдәге иң ҙур геоглифтарҙың береһе —13 гектарға яҡын — Әбйәлил районында ултыртылған. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртыу өсөн 50 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһен файҙаланған. Башҡортостандың Илеш районында дүртенсе геоглиф 100 метрҙан 200 метрға тиклем майҙанды биләй һәм алты мең ҡарағайҙан тора. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.