Башҡортостанға йәй килде. Әлеге көндәрҙә һауа торошо беҙҙе эҫе көндәр менән һынай. Әммә быйыл йәй ниндәй буласаҡ? Уны йә аномаль эҫе тинеләр, йә һыуығыраҡ булыр тип борсоуға һалдылар. Әле синоптиктар яңыртылған күҙаллауҙары менән уртаҡлашты. Июндә иң эҫе көндәр 10-нан 15-нә тиклем буласаҡ – ҡояшлы һәм +30 градус. Ә бына 16 июндән 22-һенә тиклем эҫелек көтөлмәй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа һәм һауа температураһы +20 +23 градустан артмай. 23, 24, 25 июндә - +24 градус, йәшен йәшнәүе көтөлә. 26-30 июндә ҡояшлы һәм йылы +24 градус була. 1 июлдән еңелсә ямғырҙар яуа башлай. Һауа температураһы 24 градустан артмаҫ тип күҙаллана, ай буйы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа. Синоптиктар июль буйына ошондай һауа торошон вәғәҙәләй. Августа ҡоролоҡ һәм эҫе буласаҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.