Көтөп алған каникулдар ҙа килеп етте. «Сәләмәтлек - һәр кемдең дә бөйөк ҡиммәте» тигән девиз менән Әхмәр ауылында балаларға төрлө спорт ярыштары үткәрелде. Программа бай һәм ҡыҙыҡлы булды. Мауыҡтырғыс та, күңелле лә, сәмле лә ярыштар тамамланғас, уйынсылар тәмлекәстәр менән һыйланып, бүләктәр алып ҡыуандылар.