“Берҙәм Рәсәй”партияһы, Рәсәй почтаһы, Рәсәйҙең ауыл йәштәре берлеге ойошторған “Ауыл почтальоны-2025” Бөтә Рәсәй конкурсының финалы Мәскәүҙә “Рәсәй” милли үҙәгендә үтте. Был сара 70-тән ашыу почта хеҙмәткәрҙәрен тупланы. Унда илдең төрлө төбәктәренән - Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклем конкурсанттар ҡатнашты. Һайлап алыу этабын үткәндәр финалда һөнәри оҫталығын, эшкә ижади ҡарашын күрһәтте. “Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны-2025” исеменә һәм 250 мең һум күләмендә аҡсалата призға Башҡортостандан Зилә Романова лайыҡ булды. Тиҫтә йыл ул Ғафури районының Родина ауылында почтальон булып эшләй. Зилә белдереүенсә, бары тик эргә-тирәһендәге кешеләр мөһим, ҡәҙерле булғанда ғына яҡшы почтальон булырға мөмкин. Уның өсөн эштә иң мөһиме – ауылдаштары менән аралашыу, улар тураһында хәстәрлек күреү. “Ауыл почтальоны” конкурсы тәүге тапҡыр уҙғарыла. Сығанаҡ: “Республика Башҡортостан” гәзите сайтынан. Фото: ”Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенең Башҡортостандағы федераль почта идаралығының матб