Былтыр ғинуар айында Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарына торлаҡта тейешле шарттар булдырыу буйынса программа эшләй башланы. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалында быйыл 9 июнгә ҡарата адаптацияға 115 ғариза ҡабул ителде. Махсус комиссия 102 торлаҡты тикшерҙе, 35-ендә яраҡлаштырыу эштәре тамамланды. Махсус хәрби операция ветераны, инвалидлығы булған Денис Матвеевтың торлағы ла сиратта. Быйыл ғинуар айынан ул фондтың филиалы ҡарамағында. Ғариза бирергә һәм тейешле документтар пакетын йыйырға Башҡортостандағы "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Миәкә районы буйынса филиалы социаль координаторы Айгөл Ҡәнзәфәрова ярҙам итә. - Социаль кординаторым Айгөлгә ҙур рәхмәт. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ул күп нәмә эшләй. Уның ярҙамында ветерандар байтаҡ уңышҡа өлгәште, - ти Денис Матвеев. - Беҙ күп нәмәне белмәй инек, Айгөл барыһын да аңлатты. Уға төрлө ваҡытта мөрәжәғәт итергә тура килде. Ләкин, кис булһынмы, иртәме, көндөҙмө – ул һәр ваҡыт бәйләнештә, һәр в