“Һаҡлыҡ банкы” идаралығы рәйесе Герман Греф Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә булды. Унда граждандарҙың йәшәү эшмәкәрлегенең барлыҡ өлкәләре буйынса мәғлүмәт күрһәтелгән. Һаҡлыҡ банкы башлығы Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт базаһына интеллектуаль мәғлүмәттәрҙе индереү йәһәтенән ярҙам тәҡдим итте. Был турала Герман Греф Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән ошо үҙәккә барған мәлдә белдерҙе, бындағы мәғлүмәт ҡеүәтен юғары баһаланы. "Һеҙ башҡарған эштәр ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. Мәғлүмәт йыйыуҙың иҫкергән системаһын һанлаштырыу ауыр эш. Ләкин был үҫеш өсөн ҙур база. Бының барыһын да муниципалитеттарға һәм ведостволарға еткерһәгеҙ, тағы ла ҙур эш башҡарырһығыҙ. Һәм һеҙ реаль ваҡыт режимында ведомство-ара һорауҙарҙы хәл итеү системаһын булдырған тәүге төбәк булырһығыҙ. Был йәһәттән һеҙҙең партнерығыҙ булырға әҙербеҙ", - тине ул. Андрей Назаров Герман Грефҡа рәхмәт белдерҙе, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Һаҡлыҡ банкы тормошҡа ашырға проекттар тураһын