3 июндән 1 авгусҡа тиклем “Городвдеталях.живое наследие.рф” онлайн платформаһында “Ҡала деталдәрҙә: тере мираҫ” Бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарыла. Ҡатнашыуға саҡырылалар: 18 йәшу тулған Рәсәй граждандары, әүҙем ҡала кешеләре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, блогерҙар, дизайнерҙар, архитектура юғары уҡыу йорттары студенттары, мираҫты һаҡлау буйынса эксперттар. Айырым йәки төркөм менән дә ҡатнашырға мөмкин; Ойошмалар – мәғариф, мәҙәниәт һәм төҙөкләндереү учреждениелары, шулай уҡ йәмәғәт берекмәләре; урындағы үҙидара органдары. Конкурсты уҙғарыу Рәсәй Президентының 2024 йылдың 7 майындағы 309-сы Указында билдәләнгән бурыстарға тура килә. Конкурстың маҡсаты – тарихи-мәҙәни ҡиммәттәргә эйә булған ҡала объекттарын популярлаштырыу. Еңеүселәрҙе наградалау тантанаһы Пермь ҡалаһында “Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ҡасабаларҙы үҫтереү” сиктәрендә 2025 йылдың 25 авгусында үткәреләсәк. Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайты.