Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Реставрация эшен башларға ваҡыт

Баш ҡалабыҙға ингән һәр кемде яр буйынан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡаршылап тороуына күнеккәнбеҙ, ләкин 58 йыл элек ҡуйылған бронза һәйкәл дә ваҡыт һынауына түҙмәй икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙ символына әйләнгән монумент серей, боҙола башланы. Был иһә Салауатты бөтөнләй юғалтыу хәүефе менән янай. Беҙҙең Салауат! Бәхеткә күрә, республика властары проблеманы ваҡытында асыҡланы һәм уны һаҡлау сараһын күрә башланы. Әлбиттә, был һөйләшеүҙәр бөгөн генә барлыҡҡа килмәне. Һәйкәлдең сереүе эстән генә түгел, тыштан да күренеп тора ине: Салауат Юлаевтың үҙенең һәм уның атының һыны авария хәленә еткән, һәйкәлдең каркасы ла, нигеҙе лә күҙгә күренеп боҙола башлаған. Республика, ил күләмендәге алдынғы эксперт белгестәр һәйкәлдең эске һәм тышҡы торошон тикшерҙе. Башҡортостандың тарихи символын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу өсөн комплекслы фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелде. Улар тарихи-архив һәм библиографик тикшеренеүҙәрҙе, архитектура-археологик үлсәүҙәрҙе, ҡомартҡының инженер химик-

Баш ҡалабыҙға ингән һәр кемде яр буйынан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡаршылап тороуына күнеккәнбеҙ, ләкин 58 йыл элек ҡуйылған бронза һәйкәл дә ваҡыт һынауына түҙмәй икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙ символына әйләнгән монумент серей, боҙола башланы. Был иһә Салауатты бөтөнләй юғалтыу хәүефе менән янай. Беҙҙең Салауат! Бәхеткә күрә, республика властары проблеманы ваҡытында асыҡланы һәм уны һаҡлау сараһын күрә башланы. Әлбиттә, был һөйләшеүҙәр бөгөн генә барлыҡҡа килмәне. Һәйкәлдең сереүе эстән генә түгел, тыштан да күренеп тора ине: Салауат Юлаевтың үҙенең һәм уның атының һыны авария хәленә еткән, һәйкәлдең каркасы ла, нигеҙе лә күҙгә күренеп боҙола башлаған. Республика, ил күләмендәге алдынғы эксперт белгестәр һәйкәлдең эске һәм тышҡы торошон тикшерҙе. Башҡортостандың тарихи символын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу өсөн комплекслы фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелде. Улар тарихи-архив һәм библиографик тикшеренеүҙәрҙе, архитектура-археологик үлсәүҙәрҙе, ҡомартҡының инженер химик-технологик тикшеренеүҙәрен үҙ эсенә алды. Һөҙөмтәлә ғалимдар ҡарарын әйтте: һәйкәлде тиҙ арала төҙөкләндерергә кәрәк. Салауат Юлаев һәйкәле Башҡортостан халҡы өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. Монумент – республиканың һәм баш ҡалабыҙҙың архитектура, тарихи-мәҙәни йөҙөнөң айырылғыһыҙ өлөшө. Салауат Юлаев һәйкәле Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербында һүрәтләнгән. Рәсәйҙәге иң ҙур һыбайлы статуя тигән исеме лә бар уның. Һәйкәл һәм уның янындағы майҙан ярты быуаттан ашыу туристар өсөн сағыу, иҫтәлекле урын булып тора, ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала, оҙата. Һәйкәл Башҡортостандың ете мөғжизәһе иҫәбенә ингән. Баш ҡалаға килгән һәр кем уның янына бармай китмәйҙер. Бүтән төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы ла тәүҙә ошо майҙанға алып барабыҙ, шуға күрә Салауатыбыҙҙы һаҡлау ғына түгел, тәрбиәләп тотоу ҙа - мөһим бурыс, һәм уны ошо көндәрҙә тормошҡа ашыра башлайҙар. Кем, нисек, ҡасанға тиклем? Ошо көндәрҙә Хөкүмәт кәңәшмәһендә Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның янындағы майҙанды төҙөкләндереү темаһы сираттағы тапҡыр күтәрелде. Ошо көндәрҙә Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели менән осрашыу булды, унда Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса мөһим мәсьәлә тикшерелде, тип хәбәр итте республика Башлығы. – Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, беҙ ике йыл дауамында Салауат Юлаев һәйкәле торошона бәйле хәлде тикшерәбеҙ һәм анализлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәйкәлдең йәше лә, тирә-яҡ мөхит йоғонтоһо ла, технологик үҙенсәлектәре лә уға реставрация талап ителеүен раҫлай, – тине Радий Хәбиров. – Ошо ваҡыт эсендә төплө анализ яһаныҡ, байтаҡ эксперт учреждениеларын йәлеп иттек һәм реставрациялау планын төҙөнөк. Әлеге ваҡытта эш графигын билдәләнек, финанслау сығанаҡтары бар. Тиҙҙән һәйкәлде һүтеп алалар, 30 июндән майҙанға инеү ябыла. Реставрация Өфөләге махсус цехта үткәреләсәк. Ә төҙөкләндерелгән һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябренә билдәләнгән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов төҙөкләндереү этаптары тураһында һөйләне. Ул киләсәк быуындар өсөн Башҡортостандың тарихи символын һаҡлау маҡсатында ҡомартҡыны комплекслы фәнни тикшереүҙәр үткәреләсәге хаҡында әйтте. Улар араһында тарихи-архив һәм библиографик тикшеренеүҙәр, архитектур-археологик үлсәүҙәр һәм инженерлыҡ химик-технологик тикшеренеүҙәр бар. Маҡсат – тиҙ арала төҙөкләндереү эштәрен башлау. Һәйкәлде һаҡлау саралары өс этапта үтәсәк. Беренсеһе – әҙерлек: биләмәгә инеү сикләнәсәк, әле төҙөлөш баҫҡыстары ҡуйыла, махсус техника һәм ҡорамалдар туплана. Был этап сентябрь айында тамамланасаҡ. – Эштәрҙе башҡарыу өсөн ауыр төҙөлөш техникаһының ҡатнашырға тейешлеген иҫәпкә алырға кәрәк, тимәк, эш осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында бөтә майҙан, конгресс-холл алдындағы туҡталҡанан алып һәйкәлгә тиклем, тулыһынса кәртәләп алынасаҡ, биләмәгә инеү 2025 йылдың 30 июненән һәм эштәр башҡарылған осорҙа сикләнәсәк, – тине Рөстәм Ғәзизов. – Киләһе этап 2025 йылдың октябренән 2027 йылдың апреленә тиклем дауам итә. Ул иң әһәмиәтле, яуаплы, күп көс талап иткәне. Был – һәйкәлде һүтеү, реставрациялау һәм яңыртҡас урынына ҡуйыу буйынса эштәр комплексы. Реставрация Өфөлә махсус йыһазландырылған цехта үткәреләсәк. Һуңғы этапта фонтанды реконструкциялау һәм Салауат Юлаев майҙанын төҙөкләндереү буйынса эштәр планлаштырылған, улар 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем башҡарыласаҡ. Вице-премьер майҙанды һуңғы тапҡыр реконструкциялау ике тиҫтә йыл элек, 2007 йылда, үткәрелеүен иҫкә төшөрҙө, шуға күрә уны яңыртыу талап ителә. Эштәрҙе ойоштороу планына ярашлы, яңыртылған майҙан һәм фонтан менән һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың октябренә планлаштырылған. Ул һәйкәлде ҡуйыуға 60 йыл тулыуҙы байрам итеү алдынан ойошторола. Ғалимдар, белгестәр фекере Үрҙә телгә алынғанса, республика властары тик торғандан һәйкәлде алып, реставрация башлау хаҡында ҡарарға килмәне. Был – бөгөнгө зарурлыҡ. Уны бик күп белгестәр, ғалимдар, эксперттар раҫлай. Ҡарар ҡабул итер алдынан ҡат-ҡат тикшереү, фекер алышыу ойошторолған һәм бәхәс булмаған. Барыһы ла ентекле уйланып, фәнни нигеҙләнеп башҡарылған эш был. Эксперттар фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ. "Һәйкәлдең торошо хәүефле һәм кисектереүҙе көтмәй, — ти Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үткәреү буйынса аттестация үткән эксперт, “ИКОМОС” халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың милли комитеты” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Рәсәй бүлексәһе ағзаһы Данир Ғәйнуллин. – Иң ҙур хәүеф – һәйкәлдең нигеҙе емерелгән: тупраҡтың урынынан ҡуҙғалыуы һәм тышлыҡтың зарарланыуы теркәлгән. Фундаментты, терәк конструкцияларҙы ашығыс рәүештә нығытыу, шул иҫәптән терәк нигеҙҙе һәм стилобатты реставрациялау, терәк өлөшөндә тимер-бетон плитәне алмаштырыу, тутыҡмай торған ҡоростан яңы плитә ҡуйыу талап ителә. Статуяны ла ваҡыт аямаған: унда ярыҡтар барлыҡҡа килә башлаған. Асыҡ урында ҡуйылғандан алып 60 йыл эсендә елгә, яуым-төшөмгә, температура үҙгәреүенә дусар булған һәйкәл бер тапҡыр ҙа етди реставрацияланмаған. Емереклектәрҙең эҙемтәләре айырыуса эске яҡтан яҡшы күренә. Өлөштәрҙән болттарға йыйылған конструкцияның ҡапыл тарҡалыуы ихтимал. Ғәмәлдә милли символыбыҙҙы юғалтыу ҡурҡынысы алдында торабыҙ”. Һуңғы ҡарарҙы ҡабул итер алдынан, 21 майҙа, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй художество академияһы президенты Василий Церетели һәм Рәсәй художество академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили менән осрашты. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау Рәсәй художество академияһы белгестәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә алып барыласаҡ. "Был мөһим миссия — һәйкәл бөтә илдең мәҙәни мираҫы булып тора. Реставрация ваҡытында авторҙың художестволы ҡулъяҙмаһын да һаҡларға кәрәк, — тине Василий Церетели. — Академия тәү сиратта эксперт булараҡ сығыш яһаясаҡ – һәр деталде, шулай уҡ монумент өҫтөндә эшләргә рөхсәт алған бөтә кешеләрҙе контролдә тотасаҡ. Беҙҙә үҙ эшенең профессионалдарын берләштергән ғилми-тикшеренеү институты бар. Ундағы иң күренекле белгестәрҙе йәлеп итәсәкбеҙ. Бөтә эштәр ҙә республикала башҡарыласаҡ, тип билдәләйем, скульптураны ситкә алып китмәйбеҙ”. Уның фекере менән Александр Мирианашвили ла ризалаша. "Реставрация – ул ҡатмарлы процесс. Бигерәк тә 60 йыллыҡ уникаль монумент менән эш иткәндә. Тикшереү ваҡытында беҙ статуяның суйын өлөшөндә зыян күреүен асыҡланыҡ. Скульптура композицияһының эске өлөшөн тикшереү ҡорос конструкцияның, нығытма төйөндәренең ярыҡтарын һәм зыян күреүен билдәләй. Былар барыһы ла ентекле реконструкция талап итә”, — тине Александр Мирианашвили. Һәйкәлде реставрациялау – кисектергеһеҙ бурыс Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ҡарамағындағы Күҙәтеү советы ағзалары федераль әһәмиәттәге “Салауат Юлаев һәйкәле” мәҙәни мираҫ объектын реставрациялау тураһында үҙ фекерен белдерҙе. "Һәйкәлде булдырғанда үҙ заманының алдынғы алымдары ҡулланылһа ла, бөгөн технологиялар камиллаштырыла. Эште профессионалдарға ышанып тапшырасаҡтар. Һәр аҙымды дәүләт органы — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы һәм йәмәғәтселек ентекле күҙәтәсәк, – тип ышандырҙы Данир Ғәйнуллин. – Бының өсөн Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләләре буйынса Йәмәғәт комиссияһы ойошторолдо. Күҙәтеүселәр, шул иҫәптән квалификациялы эксперттар, архитекторҙар һәм башҡа белгестәр эш барышы тураһында күҙәтеү һәм йәмәғәтселеккә еткереү өсөн тиҙ арала урындарға сыға ала". Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин, әлеге ваҡытта подрядсы ойошманы билдәләү эше алып барыла, ә июнь аҙағында ремонт һәм реставрация буйынса әҙерлек башланасаҡ, тип һөйләне. Проектҡа ярашлы, объекттың федераль әһәмиәтле булыуын һәм уға ҡағылған конструктив элементтарҙы иҫәпкә алып, Ростехнадзор яғынан эштәрҙе контролдә тотоу һәм күҙәтеү тормошҡа ашырыласаҡ. Ғәмәлдә башҡарылған эштәр проект ҡарарҙары менән сағыштырыласаҡ. Шулай уҡ мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау йәһәтенән ҡанун талаптарын үтәүҙе тәьмин итеп күҙәтеүҙе республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ғәмәлгә ашырасаҡ. “2020 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ҡарамағында күҙәтеү советы ойошторолдо, — тип иҫкә төшөрҙө Салауат Ҡолбахтин. — Компетентлы контролде тәьмин итеү өсөн уның составына йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тар йүнәлешле белгестәр – металл белгестәре, геологтар, төҙөүселәр һәм башҡалар инде. Күҙәтеү советы реставрациялау эштәрендә әүҙем ҡатнашасаҡ: төҙөлөш майҙансығына һәм һәйкәлде ремонтлау цехына барасаҡ, процестың асыҡлығын һәм йәмәғәт контролен тәьмин итәсәк". Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов күҙәтеү советының һәр ағзаһына ҙур яуаплылыҡ һалыныуы тураһында белдерҙе: "Бөгөн беҙ, йәмәғәтселек, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау процесын тулҡынланып күҙәтәбеҙ. Был беҙгә ҙур яуаплылыҡ та һала, сөнки бурысыбыҙ — ныҡлы күҙәтеүҙе ойоштороу, икенсенән, өмөттәребеҙҙе, талаптарыбыҙҙы ла билдәләү. Эксперттарҙы йәлеп итеү йәһәтенән беҙҙең талаптар ҡәнәғәтләндерелде, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта был эшкә әүҙем ҡушылырға әҙер булған кешеләр үҙ-ара иң юғары кимәлдә аралаша, улар – донъя кимәлендәге юғары класлы профессионалдар. Эксперт тәьминәте йәһәтенән беҙҙә бер ниндәй ҙә һорауҙар тыумай. Күҙәтеү советы ағзаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, эксперттар эшенең барыһы ла яҡшы булырына ышаныс белдерәм". Бисмилләһ, тип эште башлайыҡ! Салауат Юлаев һәйкәле Башҡортостан, Рәсәй һәм бөтә донъя граждандары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул республиканың, Өфө ҡалаһының символы булып тора, бөтә халыҡта ғорурлыҡ хисе уята. Һәйкәлде һаҡлау – ҙур яуаплылыҡ. Һәйкәлде йүнәтеү өсөн Рәсәйҙең башҡа мөһим мәҙәни мираҫ объекттарын реставрациялау тәжрибәһе өйрәнелде. Салауат Юлаев һәйкәленең үҙенсәлектәре, шул иҫәптән ул эшләнгән материалдар иҫәпкә алынды. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, проект ойошмалары, реставрациялау тәжрибәһе булған белгестәр менән консультациялар үткәрелде. Бөтә тәҡдимдәр проект документтарында теркәлгән. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау – яуаплы һәм кәрәкле сара. Шулай булғас, “бисмилләһ” тип ошо ҙур эште башлайыҡ! Ике йылдан яңыртылған һәйкәл янында, күркәм майҙанда осрашырға яҙһын! Фото: "Башинформ".