Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Экопроекттар финалға сыҡты

Президент тәбиғәт фонды грант конкурсының тәүге этабына йомғаҡ яһаны. 1653 ғаризаның 247 проекты икенсе этапҡа сыҡты, шуларҙың 43-ө – Волга буйы федераль округынан. Йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге хәбәр итеүенсә, Бшҡортостандан һигеҙ проекты финалға сыҡты – был федераль округ проекттары араһында беренсе һәм Рәсәй буйынса бишенсе. Башҡортостандан тәҡдимдәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса төп йүнәлкштәрҙе үҙ эсенә алған: - Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге профориентация: айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә эшләү өсөн профессиональ йүнәлеш һәм кадрҙар әҙерләү; - Европа зубрҙары һанын һаҡлап ҡалыу: Көньяҡ Уралда уларҙың тотороҡло төркөмөн булдырыу; - Реликт бал ҡорттарын генетик һәм экосистема йәһәтенән һаҡлап ҡалыу: Apis mellifera mellifera экотибындағы төньяҡ башҡорт бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу; - Урман йәнлектәренә һанлы технологиялар ярҙамыныда мониторинг: фото һәм видеотеркәгестәр ярҙамында тикшеренеү һәм күҙәтеү; - Йәштәр араһында экологик ирекмәнлек ойоштороу: баҫыу сменалары һәм экологик лагерь рәүешендәге ғәмәлдәр булдырыу; - Ирәмәл тауындағы тәбиғи комплекстарҙы һаҡлау; - Хәҙерге медианы файҙаланып, экологик мәғариф үткәреү. Финалсылар үҙ проекттарын фондҡа 7 июлгә саҡлы тапшырырға тейеш. Еңеүселәр 15 августа иғлан ителәсәк. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге грант конкурстарында ҡатнашыусыларға түләүһеҙ ярҙам күрһәтә, уның координаттары: + 7 347 218-12-52, nko-rb@mail.ru