Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре ансамблдәре фестивале үтте

9 июндә Өфөлә Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамблдәре фестиваленең "Мелодия на страже" гала-концерты үтте. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән сарала республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең Жуков орденлы Волга буйы командующийы Сергей Просяник ҡатнашты. Волга буйы федераль округында тәүге тапҡыр уҙғарылған фестиваль 320-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Башҡортостан Башлығы фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға илдең мәҙәни тормошона индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бөгөнгө көндә патриотик сәнғәттең мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, махсус хәрби операция шарттарында ансамблдәр ижады айырым әһәмиәт ала. Ул шатлыҡ ҡына өләшмәй – әхлаҡи характер формалаштыра, рухты нығыта, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Хәбиров шулай уҡ республика менән Рәсәй милли гвардияһы командованиеһы араһында үҙ-ара эш итеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ егеттәребеҙ өсөн борсолабыҙ, ә республика илебеҙҙе яҡлаусы һәр

9 июндә Өфөлә Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамблдәре фестиваленең "Мелодия на страже" гала-концерты үтте. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән сарала республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең Жуков орденлы Волга буйы командующийы Сергей Просяник ҡатнашты. Волга буйы федераль округында тәүге тапҡыр уҙғарылған фестиваль 320-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Башҡортостан Башлығы фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға илдең мәҙәни тормошона индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бөгөнгө көндә патриотик сәнғәттең мөһим ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, махсус хәрби операция шарттарында ансамблдәр ижады айырым әһәмиәт ала. Ул шатлыҡ ҡына өләшмәй – әхлаҡи характер формалаштыра, рухты нығыта, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Хәбиров шулай уҡ республика менән Рәсәй милли гвардияһы командованиеһы араһында үҙ-ара эш итеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ егеттәребеҙ өсөн борсолабыҙ, ә республика илебеҙҙе яҡлаусы һәр кемгә терәк булырға әҙер. Иң мөһиме, улар еңеү менән, иҫән-һау ҡайтһын, - тине төбәк етәксеһе. Фестиваль 10 июндә Өфө ҡала парктарында концерттар менән дауам итәсәк һәм Рәсәй көнөн, Ҡала көнөн һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры һәм милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуҙы байрам итеүҙең күләмле программаһының бер өлөшө буласаҡ. Фото: “ Башинформ”