Үткән аҙна аҙағында Өфөлә уҙған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Академияһының сираттағы йыйыны ҡыҙыҡлы сараларға, осрашыуҙарға, оҫталыҡ дәрестәренә бай булды. Халыҡ дауалаусылары, ябай итеп әйткәндә имселәр ҙә бихисап кешенең иғтибарын йәлеп итте. Кемдәрҙер күңелен өйкәгән ауыр хәленән, үҙен борсоған сирҙәренән арыныу өсөн мөрәжәғәт итте, икенселәр дауалау алымдары менән ҡыҙыҡһынды. Сибай ҡалаһынан килгән халыҡ табибәһе Флүрә Торсонбаеваның да янында кеше күп ине. Шулай ҙа ул беҙҙең менән әңгәмәләшеүгә бер нисә минут ваҡыт таба алды. – Флүрә апай, кешеләрҙе бағыуға нисек тотондоғоҙ? Был һәләтегеҙ ҡасан асылды? – Был шөғөлгә тартылыуым, йәғни дауалау һәләтем бик күптән, бала саҡтан килә. Уҡыған осорҙа ла балаларҙы ҡарай, йәғни өшкөрә торғайным. Өләсәйем ныҡ көслө абыстай булған. Доға көсө менән дауалайым. Кеше күп килә, яңы тыуған балаларҙы ла, атлай алмаған ололарҙы ла алып киләләр. Күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатында йәшәгәс, ҡайһы берәүҙәр баҫҡыс буйлап менә алмай. Ундай осраҡтарҙа туға