9 июндә Өфөлә республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының семинары үтте. Сарала төбәктең муниципалитеттарында инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса эш һөҙөмтәләре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биләмәләрҙе үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне. – Беҙ эшҡыуарҙар өсөн иң яҡшы инвестиция шарттары булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Яҡшы темптар менән хәрәкәт итәбеҙ тип иҫәпләйем, һуңғы йылдарҙа Милли рейтингтың алғы һыҙығында булдыҡ – былтыр Башҡортостан ил төбәктәре араһында өсөнсө урынды яуланы, тине Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта беҙ һәр ваҡыт инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙең “ерҙән”, муниципаль идара итеү командалары ҡатнашлығында башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдыҡ. Бизнес - шәрифтәр урындағы кимәлдә ҙур эш башҡара. Уларға ярҙам итеү өсөн беҙ муниципаль стандартты тормошҡа ашырҙыҡ һәм даими яңыртып торабыҙ. Эш сәфәре менән Өфөлә булған Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин Башҡортостандың республикаға ү
Башҡортостанда муниципаль инвестиция климаты рейтингы тәҡдим ителде
9 июня 20259 июн 2025
1 мин