Оҙайлы ваҡыт балаға уҙа алманым. Дауахананы тапай-тапай хәл бөттө. ЭКО эшләттем, уңышһыҙ булып сыҡты. Сираттағыһын эшләтергә, ваҡыт оҙаҡ ине әле. Сөнки бушлай эшләткәндә сиратта тораһың. Әхирәтем бер әбейгә барырға тәҡдим итте. Ул имләү-һылау менән шөғөлләнә икән. Мин дә, ирем дә ундай-бындай нәмәгә ышанмайбыҙ. Шуға күрә әхирәтемдең тәҡдимен көлкө итеп ҡабул иттем. Тик ул ҡуйманы: “Барып ҡара һуң! Ул күрәҙәсе түгел, ә дини инәй. Башҡорттар элек-электән имләү, һылау менән шөғөлләнгән бит. Нимәһенән ҡурҡаһың?”-тип өгөтләне. Бәпес һөйөргә теләү еңде – әбейгә киттек. Өс көн йөрөнөм уға. Эсемде һыланы, үләндәр эсерҙе. Унан: “Тәҙрә төбөңә күптән бер ҡошсоҡ килеп йөрөй икән. Өркөтмә һин уны, иптәшең менән төшкө ашты ашап бөткәндән һуң өҫтәлдә ҡалған валсыҡтарҙы тәҙрә төбөнә һал”,-тине. Мин аптырап ҡалдым. Ысынлап та тәҙрә төбөнә бер турғай килеп аптырата ине. Мин тәҙрәнең дә, уның төптәренең дә эсле-тышлы ялтырап, таҙа булыуын яратам. Шуға күрә турғайҙы ҡыуып ебәрә инем. Әбей һораулы ҡарашыма