9 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһалды. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлаған тиерлек. Яҙғы культуралар менән планға ярашлы майҙандарҙың 97 проценты – 2 миллион гектар самаһы, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары – 1,2 миллион гектар сәселгән. 2025 йылғы уңыш өсөн иң ҙур майҙандарҙы Баймаҡ (75 мең гектар), Стәрлетамаҡ (59 мең гектар) һәм Илеш (57 мең гектар) райондары сәскән. Бынан тыш, 596 мең гектарҙы майлы культуралар сәсеүлектәре биләй. Ә шәкәр сөгөлдөрөн 44 мең гектарҙа сәскәндәр. Илшат Фәзрахманов, хужалыҡтарҙа сәсеүлектәрҙе ҡарау – химик утау һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү дауам итә, тип өҫтәне. Баҫыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн төбәк аграрийҙары ауыл хужалығы машиналарының техник паркын яңыртыуҙы дауам итә. Мәҫәлән, 2025 йыл башынан 4,8 миллиард һумға 768 берәмек техника һаты