Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәйҙәр имен үтһен

Күҙаллауҙар буйынса быйыл республикала йәй эҫе булмаҡсы. Тимәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа батыусылар ҙа күбәйә. Был осраҡтарға юл ҡуймау өсөн республикала ҙур эштәр башҡарыла. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ошо турала һүҙ булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда йәйге миҙгелдә 194 рәсми пляж асылырға тейеш. Ләкин 9 июнгә ҡарата уларҙың 157-һе генә аттестация үткән. Был йылғаларҙа һыу кимәленең юғары булыуына бәйле. – Һыу китеү менән пляждар асыласаҡ. Һыу инеү миҙгеле башланыу менән республика йылға-күлдәрендә алты бәхетһеҙ осраҡ теркәлде, 63 административ протокол төҙөлдө. 3282 рейд үткәрелде һәм 433 иҫкәрмә таратылды, – тине Кирилл Первов. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эҫе һауа торошона бәйле һыу объекттарында иҫкәртеү эшен көсәйтергә ҡушты. "Әле тышта йылы, барыһы ла һыу инәсәк. Штаб режимында эшләргә кәрәк", – тине төбәк етәксеһе. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, һыу ятҡылыҡтары булған 2000-дән ашыу ауыл һәм ҡала өсөн 200 пляж етерлек түгел. "Быға тиклем 30 ғына ине. Беҙ рәсми пляждар һаны буйынса алдынғылар рәтендә, әммә ул формаль, йылғалары һәм күлдәре булған бөтә тораҡ пункттарҙа ла пляждар юҡ”, — тине Андрей Назаров. Фото: ufa.rbc.ru