Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә федераль программа сиктәрендә белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау барышы тураһында һөйләшеү булды. Төп доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда 1 сентябргә 35 мәктәпте, ике балалар баҡсаһын һәм өс колледжды яңыртыу күҙаллана. Бөгөнгә ремонт эштәренә бөтә контракттар төҙөлгән, ҡорамалдарҙы, уҡытыу һәм тәрбиә сараларын контрактациялау процедуралары тамамлана. "Эштәрҙең дөйөм хаҡы 2,174 миллиард һумдан ашыу. Өҫтәүенә уларҙың күп өлөшө — 1,9 миллиард һумы — федераль бюджет иҫәбенә финанслана”, – тип хәбәр итте беренсе вице-премьер. Урал Таһир улы һүҙҙәренән бөтә учреждениеларҙа ла ремонт эштәре графикка ярашлы алып барылмауы билдәле булды. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына һәм бөтә яуаплы кешеләргә быға етди иғтибар бирергә ҡушты. "Контроль идаралығы миңә бик ентекле доклад тәҡдим итте. Эш темпы түбән булған объекттар күп. Әгәр берәй нәмәне ваҡытында