Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Латиповҡа халыҡтың именлеген тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса бурыстарҙы уңышлы хәл иткәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Радий Хәбиров Марат Латиповтың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһында уңышлы эшләүен билдәләне. Уҙған аҙнала ведомство етәксеһе пенсияға сығыу сәбәпле отставкаға китеү тураһында рапорт бирҙе. – Был награда, әлбиттә, тап Башҡортостанда эшләүе менән ғорурланған бөтә шәхси составтың наградаһы. Республиканың ярҙамы беҙгә ныҡлы булышлыҡ итә, янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәтен үҫтерә, – тине Марат Латипов. Республика Башлығы Марат Латиповты республиканың идара итеү командаһына эшкә саҡырыуын билдәләне. Ә уның вазифаһын идаралыҡ начальнигының беренсе урынбаҫары – эске хеҙмәт полковнигы Эдуард Иҙрисов башҡара. Радий Хәбиров шулай уҡ