Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәш урмансылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына әүҙем булышлыҡ итте

Башҡортостандың йәш урмансылары “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелгән “Хәтер баҡсаһы” акцияһында әүҙем ҡатнашты. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Нуриман районының М.Х. Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығында белем алған балалар Баш-Шиҙе ауыл биләмәһендә 10 мең шыршы һәм ҡарағай үҫентеләрен ултыртыуҙа ҡатнашты. "Хәтер баҡсаһы" 2,5 гектар территорияны биләй. Балалар мәктәп яны участкаһында үҙҙәренең ултыртыу материалдарын үҫтерә. Быйыл яҙ улар беренсе “уңыш” ала һәм уны урманды тергеҙеү өсөн ҡуллана. Хәйбулла районының “Йәшлек урманы” мәктәп урмансылығы өлкән коллегалары менән берлектә “Хәтер баҡсаһы” акцияһын хупланы. Төрлө быуын урмансылары тандемы бер гектар майҙанда дүрт мең ябай ҡарағай үҫентеһе ултырта. Әбйәлил районының “Йәшел урман” берекмәһенең йәш урмансылары “Хәтер баҡсаһы” акцияһын бер нисә этапта үткәрҙе. Балалар “Ирәнде

Башҡортостандың йәш урмансылары “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелгән “Хәтер баҡсаһы” акцияһында әүҙем ҡатнашты. Был хаҡта төбәктең Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Нуриман районының М.Х. Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығында белем алған балалар Баш-Шиҙе ауыл биләмәһендә 10 мең шыршы һәм ҡарағай үҫентеләрен ултыртыуҙа ҡатнашты. "Хәтер баҡсаһы" 2,5 гектар территорияны биләй. Балалар мәктәп яны участкаһында үҙҙәренең ултыртыу материалдарын үҫтерә. Быйыл яҙ улар беренсе “уңыш” ала һәм уны урманды тергеҙеү өсөн ҡуллана. Хәйбулла районының “Йәшлек урманы” мәктәп урмансылығы өлкән коллегалары менән берлектә “Хәтер баҡсаһы” акцияһын хупланы. Төрлө быуын урмансылары тандемы бер гектар майҙанда дүрт мең ябай ҡарағай үҫентеһе ултырта. Әбйәлил районының “Йәшел урман” берекмәһенең йәш урмансылары “Хәтер баҡсаһы” акцияһын бер нисә этапта үткәрҙе. Балалар “Ирәндек” балалар лагеры биләмәһендә һәм мәктәп яны участкаһында күк шыршылар ултыртты. Бынан тыш, улар үткән йылдарҙағы ултыртыуҙары тураһында хәстәрлек күрә һәм булған аллеялар биләмәләрен төҙөкләндерә. Баҡалы районында “Яҡты шишмә” мәктәп урмансылығы ағзалары Социалистик Хеҙмәт Геройы Евдокия Федотовна Кириллова хөрмәтенә 130 алма һәм грушанан торған “Хәтер баҡсаһы”н булдырҙы. - Беҙҙә бындай 26 берләшмә бар һәм экологик акцияларҙа ҡатнашыу — был балаларҙың шөғөлдәренең бик аҙ өлөшө генә. Йәш урмансыларҙың һәм уларҙың остаздарының эше – ул эпизодик саралар түгел, ә йыл әйләнәһенә уҡыу, хеҙмәт, тикшеренеү һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеге системаһы, — тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Фото: Урман хужалығы министрлығы.