2025 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы аҙағына яҡынлаша. Был осорҙа күп кенә тоғро дуҫтарыбыҙ “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, туғандарына, МХО яугирҙәренең ғаиләләренә һәм атай-әсәйҙәренә, ҡарттар йорттарына, күп балалы ғаиләләргә “Башҡортостан” гәзитен бүләк итеп яҙҙырҙы. Ошондай оло йөрәкле, ихлас, киң күңелле милләттәштәребеҙҙең береһе Ишембай районының Байғужа ауылында йәшәй. Ул – абруйлы мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡул эштәре оҫтаһы, әүҙем йәмәғәтсе һәм ирекмән Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы Рәхимова. Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы элек-электән мохтаждарға ярҙам итеүҙе, кеше хәленә инеүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай. Ә инде махсус хәрби операция башланғас, ул яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәр рәтенә баҫып, ирекмән булып китә. Күстәнәстәр, бүләктәр менән барып, яугирҙәрҙең ата-әсәләренең, ғаиләләренең хәлен белешеү, туҡмас киҫеп, консервалар эшләп, адреслы посылкалар оҙатыу – былар Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы башҡарған изге эштәрҙе