Апрель йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бер ай эсендә өс баҫҡысҡа күтәрелеп, Кире бәйләнеш платформаһын индереү буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында һигеҙенсе урынды алды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Платформа Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы базаһында эшләй, Был “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») бурыстарына тап килә. - Рейтинг һөҙөмтәләре граждандарҙың мөрәжәғәттәрен сифатлы эшкәртеү хаҡында һөйләй. Йылдың дүрт айында 40 мең мөрәжәғәт килгән, яуаптар билдәләнгән ваҡытта бирелгән. Шул уҡ ваҡытта 4 мең кеше алынған яуаптарҙы 4 һәм 5 балға баһаланы, - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Бөгөн мөрәжәғәттәрҙе 32 дәүләт органы, 895 муниципалитет, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт органдары, социаль үҙәктәр, ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм идара итеүсе ойошмалар эшкәртә. Бында шулай уҡ һорау алыуҙар,