Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Билдәле булыуынса, Икенсе Этҡол ауылы эргәһендә Хәмит утары янында 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ошо төбәктең атаҡлы сәсәндәре: Икенсе

Билдәле булыуынса, Икенсе Этҡол ауылы эргәһендә Хәмит утары янында 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ошо төбәктең атаҡлы сәсәндәре: Икенсе Этҡолдан Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Иҙрис ауылынан Ғәбит Арғынбаевтарҙан мәшһүр "Урал батыр" эпосын яҙып ала.

Бөгөн тап ошо урында "Урал батыр" эпосы көнөнә арнап ҙур һәм тарихи әһәмиәткә эйә булған сара үтте. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән ойошторолған сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 8 июнь "Урал батыр" эпосы көнө" тип билдәләнде.Һәм шуның өсөн бөгөн мәшһүр эпос яҙып алынған урында мәртәбәле сара үткәреү тәбиғи ҙә һәм ул үҙ маҡсатына иреште.Сарала билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, билдәле йырсы һәм музыкант, "Башҡорт аты" гимны авторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, тарихсы Мораҙым Хәлилов, Икенсе Этҡол мәктәбе директоры Гөлйемеш Ишмырҙина, Көнһылыу Сөләймәнова етәкселегендәге "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары сығыш яһаны.Мәктәп уҡыусылары мәшһүр эпосты һөйләп ишеттерҙе.

Илнур Аслаев етәкселегендәге район ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында халҡыбыҙҙың һәм Баймаҡ төбәгенең гимны - "Урал" һәм "Күк Ирәндек буйында" көйҙәре яңғыраны.

"Урал батыр" эпосы яҙып алынған урын киләсәктә тарихи-мәҙәни үҙәк булырға тейеш - сарала ҡатнашыусылар ошондай фекергә килде һәм тиҙҙән бында үҙенсәлекле проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланасаҡ. Бөтөн донъяға билдәле эпосыбыҙ бындай баһаға лайыҡ.