Бөгөн күп кенә медицина хеҙмәткәрҙәре – махсус хәрби операция биләмәһендә. Улар яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡара. Тәүге көндәрҙән үк табиптарыбыҙҙың күбеһе ирекмәндәр булараҡ махсус хәрби операция зонаһына барырға теләк белдерҙе. Республикала ойошторолған медицина ротаһы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына һәм башҡа подразделениеларға кәрәкле ярҙам күрһәтә. Уның составында – республиканың барлыҡ райондарынан табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, водителдәр. Тап уларҙың фиҙакәрлеге, ҡаһарманлығы, ваҡытында ҡабул ителгән дөрөҫ ҡарары арҡаһында йөҙҙәрсә, меңдәрсә ғүмерҙәр ҡурсып ҡалына. Бер ҡарарға килгән ир-егет маҡсатынан кире ҡайта буламы? Өфөләге 18-се дауахана хирургы Рәсүл Рәсим улы Кантимеров та ниңә ситтә ҡалһын? Уның бурысы – яраланғандарға, мохтаждарға тиҙ ярҙам күрһәтеү. Уға һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә батырлыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Республиканың медицина хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла булған яугирҙәребеҙгә даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәрә. Һүрәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы профсоюз комитеты был изге эштән ситтә ҡалмай: улар ебәргән гуманитар ярҙамдың береһе. Ғәҙәттә, йылы кейем, дарыуҙар, медицина әйберҙәре һәм күстәнәстәр ебәрәләр. Айырыуса әлеге ҡатмарлы осорҙа аҡ халатлыларҙың роле мөһим һәм улар һәр йәһәттән ярҙам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә. Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, беренсе йылда түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итә. Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Автор фотоһы.