Найти в Дзене

Балағыҙға уйынсыҡҡа аҡса йәлләмәгеҙ!

Башҡортостанда икенсе тапҡыр үткәрелгән II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй фестивале тамамланыуға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды. Баш ҡалабыҙҙың Совет майҙаны һабантуй шикелле гөрләп тора. Мәҫәлән, Союзмультфильм әҙерләгән майҙансыҡта ҡыҙ һәм малайҙар бигерәк тә күп. Унда анимация һәм мультипликация буйынса аңлатыу алып бара белгестәр. Интеллектуаль уйындарға бәләкәстәр теләп ҡушылды – сатыр тулы балаларҙы күреп беҙ ҙә ҡыуандыҡ. Бала саҡ иленең майҙансығында уйынсыҡтарҙың ниндәй генә төрө юҡ, шул уҡ ваҡытта бында уйындарҙың күплеге хайран ҡалдырҙы. Балалар тауарҙарын һәм уйынсыҡтарын етештереүселәргә маҡтауҙан бүтән һүҙ юҡ. Илһөйәр майҙансығында малайҙар шау-гөр килә. Бында самолет, вертолет һәм бүтән хәрби уйынсыҡтар менән яҡындан танышырға мөмкин. Илһам исемле малай баш ҡалабыҙҙың Черниковка биҫтәһенән килеп еткән. Ул киләсәктә армияла хеҙмәт итәсәген әйтте, ә уның өсөн әҙерлекте хәҙерҙән үк башлаған. Спорт менән шөғөлләнә, бассейнға йөрөй. – Атайым – майор, мин дә уның шикелле хәрби булырға теләйем, – тине әңгәмәсем. – Ир-аттың бурысы – илен дошмандарҙан һаҡлау. Әле хәрби уйынсыҡтар менән танышһам, ҙур үҫкәс, самолетта осасаҡмын. Римма Ғарифуллина һөйләүенсә, уйынсыҡтар менән уйнап үҫкән ҡыҙ һәм малайҙар бер ҡасан да насар юлға баҫмай, һәр ваҡыт төрлө идеялар менән яна. Ғәзиз кешебеҙгә уйынсыҡтарға аҡса йәлләргә ярамай. Фото: Илдар Аҡъюлов. #АйдаИгратьУфа #АйдаИграть25 #АИДТ #Әйҙәуйнарға #Әйҙәиграть